-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2021, 19:16

ҺАУАҒА ОСОРОЛҒАН ШАРҘАР ТӘБИҒӘТКӘ ҘУР ЗЫЯН КИЛТЕРӘ

Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында үтәсәк сығарылыш кисәләрендә һауа шарҙары, яҡтыртҡыс шарҙар (эсенә батарейкалы светодиод ҡуйыла), шәм ултыртылған «ҡытай» фонарҙары осормауҙы, биҙәүҙә лә мөмкин тиклем әҙерәк шар ҡулланыуҙы үтенә.

Сара «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» федераль проекты талаптарына яуап бирә.

Йыл һайын һәр төрлө байрамдарҙа Рәсәй күгенә миллиондарса һауа шарҙары һәм гелийлы шарҙар осорола. Шар эшләнгән материал (латекс) бер нисә йыл буйына тарҡала, тирә-яҡ мөхиткә ҙур зарар килтерә. Етмәһә, хайуандар ҙа шарҙарҙы ашап ҡуя, ә ҡоштар шар бауҙарында буталып һәләк була.

«Ҡытай» фонарҙарының металл тирәсе лә хәүефле. Улар ҡапҡан кеүек ваҡ йәнлектәрҙе эләктерә. Етмәһә, янғын сығыуға ла сәбәп булғылай. Хөкүмәттең 2014 йылдың 17 февраль ҡарары менән Рәсәйҙә шәм тоҡандырылған фонарҙар осороу тыйыла. Ҡайһы бер илдәрҙә һауа шарҙары осороу ҙа тыйыла.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлек маҡсатында Башҡортостан экология министрлығы, республика территорияһында шар осороуҙы сикләү кәрәклеге тураһында халыҡҡа аңлатыу алып барыуҙы һорап, муниципаль берәмектәргә хаттар ебәргән.

Читайте нас: