+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2021, 11:04

МИНИСТРҘЫҢ ЭЛЕККЕ УРЫНБАҪАРЫ МӨЛКӘТЕН ҠОТҠАРА АЛМАҒАН

Беҙҙең тормошобоҙҙа коррупция ныҡлы тамыр йәйҙе һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, чиновниктар, түрәләр араһында йәшәү рәүешенә әйләнде. “Һәнәк” тиҫтәләрсә миллион һум тәшкил иткән урлашыуҙар, дәүләт милкен үҙләштереүҙәр, ришүәтселек миҫалдары хаҡында даими яҙып тора.Ошо көндәрҙә, Өфө районы суды ҡарарына ярашлы, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының элекке урынбаҫарына 113 миллион һумлыҡ аҡсаны һәм мөлкәтте кире ҡайтарып бирергә тура киләсәк.

МИНИСТРҘЫҢ ЭЛЕККЕ УРЫНБАҪАРЫ МӨЛКӘТЕН ҠОТҠАРА АЛМАҒАН
Беҙҙең тормошобоҙҙа коррупция ныҡлы тамыр йәйҙе һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, чиновниктар, түрәләр араһында йәшәү рәүешенә әйләнде. “Һәнәк” тиҫтәләрсә миллион һум тәшкил иткән урлашыуҙар, дәүләт милкен үҙләштереүҙәр, ришүәтселек миҫалдары хаҡында даими яҙып тора.
Ошо көндәрҙә, Өфө районы суды ҡарарына ярашлы, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының элекке урынбаҫарына 113 миллион һумлыҡ аҡсаны һәм мөлкәтте кире ҡайтарып бирергә тура киләсәк. Ҡайтарып бирмәҫ ине, элекке урынбаҫар Илдус Мамаев дәүләт аҡсаһын үҙләштереү йәһәтенән самаһын бөтөнләй юғалтҡан. Һуңғы йылдарҙа ул 113 миллион һумға сит ил валютаһын һатып алған. Бынан тыш, уның мөлкәттәре иҫәбендә Ҡырым ярымутрауындағы Алушта эргәһендә торлаҡ төҙөлөшө өсөн ике ер майҙаны, Өфөлә ике элиталы фатир, гараж, ике зиннәтле автомобиль һәм башҡалар бар.
Элекке министр урынбаҫары үҙенең байлығын һаҡлап ҡалыу маҡсатында күҫәк тотоп хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә ҡаршы сыҡмаған, һуғышмаған һәм көрәшмәгән. Бер көн эсендә фатирҙарын, ер участкаларын, автомобилдәрен туған-тыумасаһына бүләк рәүешендә рәсмиләштергән. Бүләк итмәҫ ине, сөнки урынбаҫарҙың һуңғы йылдарҙа алған килеме уның мөмкинлектәренән байтаҡҡа юғарыраҡ булған һәм ул тикшереүсе органдар алдында дөрөҫ яуап тота алмаған. Ағай-энегә ҡарата булған ышанысы ла аҡланмаған. Уларының да йыллыҡ табыштары мөлкәт хаҡынан күпкә юғарыраҡ.
“Аҡҡа төшкәнсе, батҡаҡҡа төш” тигән һымаҡ, Мамаевтың төрлө юлдар менән йыйған мөлкәте уның табыш алыу мөмкинлектәренең бик үк закондарға тура килмәүе асыҡланған.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Мамаевтарҙың алынған килеменә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ йәшәүе хаҡында күптәр белгән, ләкин берәү ҙә дөрөҫ юлға баҫтырырға ашыҡмаған.
Мәғлүм булыуынса, төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән бик ҙур эштәр тормошҡа ашырыла. Тимәк, йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бүленә. Ошо аҡса беҙҙең тормошобоҙҙо яҡшыртырға, йәшәү рәүешен күтәрергә ярҙам итергә тейеш. Сер түгел, элек коммуналь хужалыҡты яңыртыуға аҡса бик әҙ бүленде. Хәҙер тармаҡҡа иғтибарҙың артыуы ҡыуандыра. Ә бына ошо маҡсаттан бүленгән аҡсаларҙы үҙләштереүселәргә ҡарата ниндәй саралар ҡулланырға? Сөнки бүленгән аҡса маҡсатлы файҙаланылмаһа, беҙ артабан да һыуыҡ фатирҙарҙа йәшәйәсәкбеҙ, тутыҡҡан торбалар ҙа урынында ҡаласаҡ һәм һалҡын ҡыштарҙа авариялар теркәләсәк.
Ҡайтарып алынған аҡса дәүләт иҫәбенә күсереләсәк, тип белдерһәләр ҙә суд ҡарары үтәләсәк тигән һүҙ түгел әле. Сөнки ҡарар юғары инстанцияларҙа раҫлау табырға тейеш.
Читайте нас: