+20 °С
Болотло
Быға тиклем эшләнгән «Гам-КОВИД-Вак» менән «ЭпиВакКорона»нан айырмалы, ул вирустың фрагменттарынан түгел, үҙенән тора. Вакцина зарарһыҙландырылған вирусты, йәғни типик вакциналар кеүек, үлтерелгән вирусты ҡулланып эшләнгән.
Теге ике вакцинанан айырмалы, «КовиВак» +2 – +8 градус температурала һаҡлана. Туңдырыу тыйыла. 14 көн аралыҡ менән ике тапҡыр ҡаҙайҙар.
Вакцина быйыл 20 февралдә рәсми теркәлгән. Бөгөнгө көнгә бөтәһе 70 000 доза етештерелгән.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты.
Сығанаҡ: “Башинформ”.