+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2021, 18:06

ТЕЛЕФОНДА АҠСА БӨТҺӘ ЛӘ, «112» НОМЕРЫНА ШЫЛТЫРАТЫП БУЛА

Башҡортостанда майҙың егерме көнөндә ҡотҡарыусылар юғалған кешеләрҙе эҙләү тураһында 15 үтенес алған. Береһендә туғыҙ йәшлек баланы эҙләшеүҙе һорағандар.

Башҡортостанда майҙың егерме көнөндә ҡотҡарыусылар юғалған кешеләрҙе эҙләү тураһында 15 үтенес алған. Береһендә туғыҙ йәшлек баланы эҙләшеүҙе һорағандар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика комитеты матубғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, туғыҙ йәшлек малай Стәрлетамаҡ районы Казадаевка ауылы эргәһендә юғалған. Бала ҡотолоу әмәлен үҙе тапҡан: ул оло юлға сыға алған һәм үткенселәргә хәлен һөйләп биргән. Ул кешеләр баланы полиция бүлексәһенә килтергән.
16 майҙа Ейәнсура районы Таҙлар ауылы эргәһендәге тауҙа 72 йәшлек инәй аҙашҡан. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләп таба.
Ҡотҡарыусыларҙан кәңәштәр:
*Урманға яңғыҙ бармаҫҡа, төпкөлгә кермәҫкә, кеҫә телефоны бәйләнеше булған урында ғына йөрөргә. Ҡайҙа барғанды, ҡасан ҡайтырҙы туғандарға йә күрше-күләнгә әйтеп китергә.
*Донъя хәлен белеп булмай, шуға үҙең менән шырпы, бысаҡ, компас, тулыһынса зарядланған телефон, мөмкинлек булһа, өҫтәмә аккумулятор алырға кәрәк. Кейгән кейемегеҙ сағыу, йыраҡтан күренеп торорлоҡ булһын. Сығыр алдынан һауа торошо менән ҡыҙыҡһыныу ҡамасауламаҫ.
*Хроник ауырыуҙарыңдан кәрәкле дарыуҙарҙы алыу мотлаҡ.
*Телефонда элемтә булмаһа, “112” номерына шылтыратырға кәрәк, ул һәр ваҡыт эшләй. Кәрәҙле элемтә сигналы булмаһа ла, телефонығыҙҙың иҫәбендә аҡса бөтһә лә, 112 номерына шылтыратып була.
*Аҙашҡан осраҡта, ҡотҡарыусыларға шылтыратып, ярҙам һорай алһағыҙ, ҡайҙан шылтыратҡанһығыҙ, шул урында ғына тороғоҙ. Усаҡ яғығыҙ. Ут йылытыр, ҡырағай януарҙарҙы ҡурҡытыр, ҡотҡарыусыларға ла һеҙҙе табырға ярҙам итер.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: