+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2021, 16:01

ҺАЛЫМ АЛЫНМАҺЫН ЮЛЛАУ ЯБАЙЛАШТЫ

Рәсәйҙәр 21 майҙан башлап торлаҡ, ер һатып алыу сығымдары буйынса һалым алынмаһын ябайлаштырылған юл менәy алыу мөмкинлегенә эйә.

Рәсәйҙәр 21 майҙан башлап торлаҡ, ер һатып алыу сығымдары буйынса һалым алынмаһын ябайлаштырылған юл менәy алыу мөмкинлегенә эйә.

Һалым кодексына тейешле үҙгәрештәр индереү тураһында федераль закон 21 майҙан көсөнә инде. Уны РФ Дәүләт думаһы 7 апрелдә ҡабул итте, Федерация Советы 14 апрелдә раҫланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Законға 20 апрелдә ҡул ҡуйҙы.

Хәҙер НДФЛ буйынса алынманы Федераль Һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинет аша алып була, һалым декларациялары тултырып, документтар йыйып йөрөүҙең кәрәге юҡ. Ғаризаны тултырғанда кәрәк булған мәғлүмәттәрҙе һалым органы шул уҡ шәхси кабинетта урынлаштыра. Ғариза бер ай эсендә тикшерелә. Аҡса иҫәбегеҙгә 30 көн урынына 15 көндә күсерелә.

Читайте нас: