+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2021, 20:27

«ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ БӘХЕТ БИЛӘМӘҺЕ» ТОТОШ РӘСӘЙҘЕ СОЛҒАЙ

Өфөлә «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» хәйриә проекты саралары үтте. Форум кисә асылды һәи ике көн барҙы. Уның авторы һәм идея биреүсеһе – Башҡортостан Башлығының хәләле Каринэ Хәбирова.

Өфөлә «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» хәйриә проекты саралары үтте. Форум кисә асылды һәи ике көн барҙы. Уның авторы һәм идея биреүсеһе – Башҡортостан Башлығының хәләле Каринэ Хәбирова.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» академияһы тәүләп бөтә Рәсәй күләмендә үтте.

Форумда ҡатнашыусылар ике көн буйы бай программала ҡатнашты. Лекциялар, түңәрәк ҡорҙар, оҫталыҡ дәрестәре, воркшоптар, медицина консультациялары, экспресс-тестар үткәрелде. Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин кеүек билдәле шәхестәр тәжрибә уртаҡлашты.

Асыҡ Академия ҡатын-ҡыҙ бәхетен тәшкил иткән үҫеш һәм үҙеңде танып белеү, һаулыҡ, эшҡыуарлыҡ, сәнғәт, матурлыҡ биләмәләренә бүленеп эшләне.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» тигән проект республикала 2019 йылдың авгусында уҡ башланғыс алғайны. Шул ваҡыттан алып унда республиканың төрлө ауыл-ҡалаларында йәшәгән 28 мең ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты.

Асыҡ Академия саралары Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән ойошторола.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Читайте нас: