+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2021, 22:03

ИҢ ЯҠШЫ ФЕЛЬДШЕР АСЫҠЛАНДЫ

Бөгөн "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Профсоюз йортонда «Иң яҡшы ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам фельдшеры-2021» республика һөнәри конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үткән. Был исемде алыу өсөн быйыл 1297 кеше ярышҡан. 30 еңеүсе финалға сыҡҡан.

Республика медицина ярҙамы станцияһы һәм Медицина һәләкәттәре үҙәге фельдшеры Тимур Юнысов еңеүсе булған. Икенсе урында – Белорет дауаханаһынан Юрий Первухин менән Бәләбәй дауаханаһынан Олеся Бусарова. Өсөнсө урынды Галина Сафонова (Белорет үҙәк дауаханаһы), Илмира Ибраһимова (1-се Октябрьский ҡала дауаханаһы) һәм Анастасия Сергеева (Бәләбәй үҙәк дауаханаһы) бүлешкән.
«Һөнәргә тоғролоҡ» номинацияһында Ашығыс ярҙам хеҙмәтендә 38 йыл эшләгән Наилә Тәхәүетдинова еңгән.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: