-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2021, 17:53

УРМАН ЭСТӘРЕ АБАҒА...

Ҡырмыҫҡалы районынан Рәмил Әбделмәнов йыл да май урталарынан дарыуға абаға үләнен йыйырға сыға. Абағаның саҡ яҙыла башлаған йәш япраҡтары бигерәк тә файҙалы икән. Абағаның (русса орляк тигән төрө, ҡаҙаяҡ) шифаһы тураһында Әбделмәнов Алыҫ Көнсығышта промыслала эшләгәндә белеп ҡала.

– Дәүләттәр ҡаҙаяҡты экспортҡа ала. Япония, Корея, Ҡытай күпләп һалып ала. Радиациянан ярҙам итә, ауыр металдарҙы сығара, салатта тәмле, – ти Рәмил Әбделмәнов.
Ул йылына 50 килограмм самаһы ҡаҙаяҡ йыя.
Ҡатыны Руза ханым Әминева менән йыйылған үләнде эшкәртәләр. Бер ни тиклемен турап, томат пастаһы һәм соя соусы ҡушып, табала ҡуралар. Ҡалғанын тоҙлайҙар. Һауытҡа ҡат-ҡат һалып, һәр ҡатына тоҙ һибәләр, өҫтөнән таш менән баҫтырып ҡуялар. Тоҙланған ҡаҙаяҡтың һуты бүленә, һабаҡтарындағы әскелтлек бөтә. Ул оҙаҡ һаҡлана.
Белгестәр ҡаҙаяҡты ҡала тирәһендә, юл буйҙарында йыймаҫҡа ҡуша. Был үләндең шифаһына килгәндә, ул “варикоздан, простатиттан ярҙам итә. Тик күпләп ҡулланырға ярамай, – тигән биология фәндәре кандидаты Лилиә Сатаева, – сөнки бауырға зыян килтереүе бар".
Ҡаҙаяҡты (орляк обыкновенный) йыйыу май аҙағында тамамлана. Артабан Рәмил ҡатыны менән урманда башҡа үләндәр йыйыуға тотона.
Был хаҡта «Кармаскалинская новь» гәзите яҙа.
Википедияла ябай ҡаҙаяҡ, уны ҡулланыу, шифаһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бигерәк тә күп.
Читайте нас: