БДУ-ның алты ятағы бар. Улар бөтәһе лә коридорлы типта. Ә яңыһы – ҡунаҡхана тибындағы беренсе ятаҡ. Ул «Мәғариф» милли проекты буйынса төҙөлгән. Бина биш ҡатлы, 560 урынға иҫәпләнгән. Зәғифтәргә тәғәйенләнгән бүлмәләре, дөйөм кухнялы һәм фатир тибындағы бүлмәләре бар.
Ятаҡты асҡан саҡта БДУ ректоры Николай Морозкин был заманса ятаҡта юғары баллы студенттар йәшәйәсәге тураһында әйткән.