+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2021, 11:15

РЕСПУБЛИКАҒА ИДАРА ИТЕҮ ҮҘӘГЕ НИСЕК ЭШЛӘЙӘСӘК?

Кисә 21 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөп бөтөп киткән Республикаға идара итеү үҙәге (ЦУР) бинаһын баһаланы. Бина июндә асылырға тейеш. Төбәктәрҙә бындай үҙәктәр Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса асыла.Төҙөлөшкә бағышланған кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров бинала төп эштәрҙең тамамланыуы, әле инженерлыҡ коммуникациялары һәм элемтә сымдары һалыныуы, биналар биҙәлеүе тураһында һөйләгән. Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте белдреүенсә, Радий Хәбиров ЦУР-ҙың төп зоналарын ҡараған, буласаҡ ситуацион үҙәкте тикшергән. Бында Башҡортостандың бөтә йәшәйеш өлкәләренә ҡағылған мәғлүмәт тупланасаҡ. Инвестицион проекттарҙан башлап кешеләрҙең мөрәжәғәттәренә тиклем бөтәһе менән танышып барырға мөмкин буласаҡ. Был үҙәк бөтә хәл-ваҡиғаларҙы контролдә тоторға һәм улар буйынса оператив сара күрергә мөмкинлек бирәсәк.Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, Башҡортостан цифрлаштырыу кимәле буйынса илдә алдынғы урынға сығырға һәм июндә Петербургта буласаҡ халыҡ-ара иҡтисади форум майҙансығында мәғлүмәт-аналитика платформа проектын күрһәтергә йыйына.Республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская кешеләрҙең мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһында һөйләгән. Был блоктың нигеҙендә – «Инцидент менеджмент» системаһы, ул Башҡортостанда 2018 йылдың октябренән эшләй. Социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәрҙе йыйыу һәм анализлау роботлаштырылған. Был механизм һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, транспорт, мәғариф, экология өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеү өсөн үҙен бик ҡулай итеп күрһәткән. «Инцидент менеджмент» системаһы аша 166 меңдән ашыу мөрәжәғәт үткән. 2020 йылда индерелгән бер яңылыҡ – федераль Кире бәйләнеш платформаһы (Платформа обратной связи – ПОС). Уның ярҙамында республика халҡы, үҙ мәсьәләләрен хәл итеүҙе һорап, власть һәм муниципалитет органдары сайттары аша мөрәжәғәт итә аласаҡ. Бының өсөн «Госуслуги» порталы аша кәрәкле ведомство йә район сайтына инергә һәм мөрәжәғәтте ҡалдырырға кәрәк була.Башҡортостан Башлығы Ситуацион ковидҡа ҡаршы үҙәкте лә ЦУР бинаһына күсерергә ҡушҡан. Ул әле «Торатау» конгресс-холында урынлашҡан. Сығанаҡ: «Башинформ».

Кисә 21 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөп бөтөп киткән Республикаға идара итеү үҙәге (ЦУР) бинаһын баһаланы. Бина июндә асылырға тейеш. Төбәктәрҙә бындай үҙәктәр Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса асыла.
Төҙөлөшкә бағышланған кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров бинала төп эштәрҙең тамамланыуы, әле инженерлыҡ коммуникациялары һәм элемтә сымдары һалыныуы, биналар биҙәлеүе тураһында һөйләгән.
Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте белдреүенсә, Радий Хәбиров ЦУР-ҙың төп зоналарын ҡараған, буласаҡ ситуацион үҙәкте тикшергән. Бында Башҡортостандың бөтә йәшәйеш өлкәләренә ҡағылған мәғлүмәт тупланасаҡ. Инвестицион проекттарҙан башлап кешеләрҙең мөрәжәғәттәренә тиклем бөтәһе менән танышып барырға мөмкин буласаҡ. Был үҙәк бөтә хәл-ваҡиғаларҙы контролдә тоторға һәм улар буйынса оператив сара күрергә мөмкинлек бирәсәк.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, Башҡортостан цифрлаштырыу кимәле буйынса илдә алдынғы урынға сығырға һәм июндә Петербургта буласаҡ халыҡ-ара иҡтисади форум майҙансығында мәғлүмәт-аналитика платформа проектын күрһәтергә йыйына.
Республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская кешеләрҙең мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһында һөйләгән.
Был блоктың нигеҙендә – «Инцидент менеджмент» системаһы, ул Башҡортостанда 2018 йылдың октябренән эшләй. Социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәрҙе йыйыу һәм анализлау роботлаштырылған. Был механизм һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, транспорт, мәғариф, экология өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеү өсөн үҙен бик ҡулай итеп күрһәткән. «Инцидент менеджмент» системаһы аша 166 меңдән ашыу мөрәжәғәт үткән.
2020 йылда индерелгән бер яңылыҡ – федераль Кире бәйләнеш платформаһы (Платформа обратной связи – ПОС). Уның ярҙамында республика халҡы, үҙ мәсьәләләрен хәл итеүҙе һорап, власть һәм муниципалитет органдары сайттары аша мөрәжәғәт итә аласаҡ. Бының өсөн «Госуслуги» порталы аша кәрәкле ведомство йә район сайтына инергә һәм мөрәжәғәтте ҡалдырырға кәрәк була.
Башҡортостан Башлығы Ситуацион ковидҡа ҡаршы үҙәкте лә ЦУР бинаһына күсерергә ҡушҡан. Ул әле «Торатау» конгресс-холында урынлашҡан.
Сығанаҡ: «Башинформ».
Читайте нас: