+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2021, 12:20

УРМАНСЫЛАР ИШҺЕҘ КҮБӘЛӘК МЕНӘН КӨРӘШӘ

Ишһеҙ ебәк күбәләге Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында бик ныҡ үрсеп киткән. Шуға урмандарҙы ағыу менән эшкәртергә булғандар.

Ишһеҙ ебәк күбәләге Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында бик ныҡ үрсеп киткән. Шуға урмандарҙы ағыу менән эшкәртергә булғандар.
Ишһеҙ күбәләк ҡарышлауыҡтарына ҡаршы препараттарҙы ерҙә генә түгел, самолеттан да һиптерәләр. Урманды «Лепидоцид СК» һәм «Клонрин» тигән биологик һәм химик препараттар менән эшкәртәләр. Был эш 10 июнгә тиклем барасаҡ. Ишһеҙ күбәләк Башҡортостанда 476 мең гектарҙа таралған, быйыл шуның 241,7 меңендә эшкәртеү үтәсәк. Ишһеҙ күбәләк ҡайынды, йүкәне, имәнде һәм башҡа ағастарҙы ашай.
Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында «Ғәҙәттән тыш хәл» режимы индерелгән. Урмандарға инеү сикләнгән.
Сығанаҡ: БР ауыл хужалығы министрлығы матубғат хеҙмәте; "Башинформ".
Читайте нас: