+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 11:32

БЫЙЫЛ БЕСӘН МАЙҘА БАШЛАНА

Быйыл йәй ҡоро һәм эҫе булыр тип көтөлә. Сәсеүлектәр дымһыҙлыҡтан интегә башлаған да инде. Эҫенән баҫыуҙарҙа сүп үләндәре үрсей, ҡоротҡостар күбәйә. Аграрийҙар ошо көндәрҙә бер аҙ һыуытып, ямғыр яуып ебәреренә өмөтләнә.

Быйыл йәй ҡоро һәм эҫе булыр тип көтөлә. Сәсеүлектәр дымһыҙлыҡтан интегә башлаған да инде. Эҫенән баҫыуҙарҙа сүп үләндәре үрсей, ҡоротҡостар күбәйә. Аграрийҙар ошо көндәрҙә бер аҙ һыуытып, ямғыр яуып ебәреренә өмөтләнә.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры–ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов был хәлдең уңышҡа кире йоғонто яһау ихтималлығы тураһында әйткән. Әлегә сәсеүлектәрҙең күпләп һәләк булыуы күҙәтелмәй, тигән ул, сүп үләндәренән, ҡоротҡостарҙан һәм стресҡа ҡаршы препарттар менән эшкәртеүгә ҙур иғтибар бирергә тәҡдим итеп.

Министр республикала сәсеү кампанияһының тамамланып барыуын белдергән. 22 майға майҙандарҙың 95 проценты (1,914 млн га) сәселгән.

Илшат Фазрахманов йәнә, ғүмерҙә булмағанса, май айында уҡ мал аҙығы әҙерләй башларға кәрәклеген әйткән. Бесәнгә ошо аҙнала уҡ төшөргә кәрәк, тигән ул, хакимиәт башлыҡтарын техника әҙерләүҙе һәм әҙерлек эштәрен үҙ конроле аҫтына алырға саҡырып. “Дөйөм алғанда, хәл көсөргәнешле, беҙ тактиканы эш барышында уҡ үҙгәртеп, климат шарттарына яраҡлашып торасаҡбыҙ”, – тип белдергән Илшат Фазрахманов.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: