+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 18:03

ЕТЕ КҮҘЛЕ ХӘҘРӘТ ШИШМӘҺЕ БУЙЫНА ЙЫЙЫЛДЫЛАР

Йыл һайын 14 майҙа Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылы эргәһендәге ете күҙле Хәҙрәт шишмәһе янында «Сөхбәт йыйыны» дини байрамы үткәрелә. Быйыл уны шағир, фекер эйәһе Ғарифулла Кейековтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арнағандар.

Йола буйынса, байрамды Тәтешле мөхтәсибәтенең имам-ахуны Ибраһим хәҙрәт асҡан. Ул Ҡөръән уҡыған, ауылдаштарын, ҡунаҡтарҙы тәбирәкләгән. Быйыл Краснокама районы имам-ахундары Сабирйән хәҙрәт менән Фоат хәҙрәт тә килгән.

Йыйындың ойоштороусыһы хәҙрәт Мәғдән Атнабаев мәғрифәтсе Ғарифулла Кейековтың тормошо, ижады менән таныштырған.

Тантаналы өлөш тамамланғас, ҡорбан малы итенән табын әҙерләнгән. Сөхбәт йыйынына урындағы һәүәҫкәр артистар сығышы йәм өҫтәгән.

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты халыҡтың клуб берләшмәләрендә ҡатнашыуын дәртләндереү маҡсатында эш итә. Был байрам да – шундай сараларҙың береһе.

Читайте нас: