+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 16:46

«ҺИНЕҢ СЕРЛЕ ҠУРАЙ...» САҠЫРА

Башҡорт тарихы йылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге филармонияла «Һинең серле ҡурай…» тигән проектты тормошҡа ашыра.

Башҡорт тарихы йылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге филармонияла «Һинең серле ҡурай…» тигән проектты тормошҡа ашыра.

Унда филармонияның билдәле артистары Азамат Тимеров, Рушан Биктимеров, Азат Биксурин, Илнур Хәйруллин, Рэм Гәрәев, Эльмира Юлдашева һәм башҡалар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ҡатнаша. Программаның үҙәгендә – яңыраҡ 65 йәшен билдәләгән данлы ҡурайсы Азат Айытҡолов.

Концерттар 24 майҙа Учалы филармонияһында, 11 июндә Иглин ауылында асыҡ һауала, артабан Белорет һәм Архангел райондарында үтәсәк.

Читайте нас: