+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 00:18

УҠЫУСЫЛАР «АГРОБУМ»ДА ЕҢДЕ

70-тән ашыу уҡыусы ауыл хужалығы өлкәһендәге «Агробум» тигән робот техникаһы олимпиадаһында ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ауыл хужалығы процестарын автоматлаштырыу буйынса 25 инженерлыҡ проектын эшләне.

70-тән ашыу уҡыусы ауыл хужалығы өлкәһендәге «Агробум» тигән робот техникаһы олимпиадаһында ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ауыл хужалығы процестарын автоматлаштырыу буйынса 25 инженерлыҡ проектын эшләне.
Дәүләкән районынан 4-се лицейҙың технология уҡытыусыһы Валерий Шәрәфетдинов етәкселегендәге «Йәш фермер» командаһы ҡатнашты.
7-се класс уҡыусылары Кузьма Садовников менән Роман Митяев жюри иғтибарына үҙҙәре эшләгән автономиялы туҡланыу системаһы ҡуйылған пирамида формаһындағы күп кимәлле вертикаль ферма проектын күрһәтте. Олимпиадала «Йәш фермер» командаһы «Иң яҡшы сити-фермер» номинацияһында еңеүсе булды.
Был еңеүгә уҡыусыларҙы 4-се лицейҙа эшләгән «Сәнәғәт дизайны» түңәрәге әҙерләгән. Түңәрәк «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Лицейҙа «Үҫеш нөктәһе» үҙәге эшләй.
Сығанаҡ: Дәүләкән район хакимиәте.
Читайте нас: