+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2021, 12:58

ФОЛЬКЛОРИАДАҒА 55 ИЛ ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ КИЛЕҮЕ КӨТӨЛӘ

24 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында сығыш яһаған. Видеоконференция режимындағы ултырышты Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова алып барған. Был турала Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

24 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында сығыш яһаған. Видеоконференция режимындағы ултырышты Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова алып барған. Был турала Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бөтә донъя фольклориадаһы 3 июлдә «Өфө-Арена»ла башланасаҡ, унда 800-ҙән ашыу артист ҡатнашасаҡ. Ә 4–9 июлдә “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында “Фольклориада йөрәге” фольклор фестивале үтәсәк, тигән Радий Хәбиров сығышында.

Көн һайын концерттар Фольклориадала ҡатнашыусылар сығыштарынан башланып, донъяға билдәле артистар сығыштары менән тамамлансаҡ. Улар араһында – «Русская песня» ансамбле, Дәүләт академия Кубань казактары хоры, «Вайнах» чечен дәүләт бейеү ансамбле, Мәскәүҙән волынкасылар оркестры, быйылғы Евровидениела ҡатнашҡан йырсы Манижа, Plantec (Франция), Ulytau (Ҡаҙағстан) һәм The Hatters (Рәсәй) рок-төркөмдәре.

– Был етди, киң күләмле ваҡиға. Башҡортостан Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы менән бергә ҙур әҙерлек эше башҡарҙы. Бик күп ҡунаҡтар килеүен көтөүебеҙҙе иҫәпкә алып, Фольклориада сараларының эпидемиологик хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар биреү мөһим, – тип билдәләгән Татьяна Голикова.

Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары–статс-секретарь Алла Манилова әҙерлек барышы тураһында ентекле мәғлүмәт биргән. Уның әйтеүенсә, 55 рәсми сит ил делегацияһының 48-е Фольклориадаға киләсәген раҫлаған да инде. CIOFF (Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы) ҡағиҙәләренә ярашлы, фестивалдә һәр илдән бер ижади коллектив сығыш яһаясаҡ. Рәсәй исеменән Пензаның «Вензеля» ансамбле ҡатнаша.

Фольклориада программаһына шулай уҡ Халыҡ-ара халыҡ кәсептәре күргәҙмәһен һәм матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса CIOFF конференцияһын үткәреү ингән.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, программа, республика баш ҡалаһынан тыш, йәнә 22 муниципалитетты ла солғаясаҡ.

Фольклориаданың мөһим сараларын киң билдәле мәғлүмәт саралары телеэфирҙа һәм интернет-майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртасаҡ. Форумды үткәреүҙә 600-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашасаҡ.

Сара 10 июлдә «Торатау» алдындағы амфитеатрҙа ябыласаҡ.

Башҡортостанға 2 000-ләп ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Франция, Италия, Австрия, Испания, Греция, Швейцария, Эстония, Венгрия, Болгария, Хорватия, Төньяҡ Македония, Польша, Черногория, Һиндостан, КАР, Израиль, Палестина, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Мексика, Чили, Колумбия, АҠШ, Мысыр һәм Алжир делегациялары килеүен раҫлаған.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: