0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2021, 15:05

ИНВЕСТОРҘАР БАШҠОРТОСТАНҒА ЫШАНА

«Күмертау» ТОСЭР-ы резиденты – «Башҡортостан криоген технологиялары» ЯСЙ-һы газ производствоһын киңәйтергә йыйына. Ул медицина учреждениелары өсөн криоген ҡоролмалары сығарасаҡ. Монопрофилле муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү темаһына бағышланған кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Проектҡа ТОСЭР резиденты 600 миллион һум һалырға вәғәҙә итә. Предприятиены 2025 йылға файҙаланыуға тапшырырға йыйыналар. Унда криогазификаторҙар, шыйыҡ медицина кислороды, газ рәүешендәге һәм шыйыҡ азот сығарыу планлаштырыла. Республика медицина ойошмаларының бындай продукцияға ихтыяжы ла өйрәнеләсәк һәм иҫәпкә алынасаҡ. Яңы 50 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Медицинала криоген газификаторҙары шыйыҡ азотты, кислородты һәм аргонды һаҡлау, уларҙы газ рәүешенә индереү өсөн хеҙмәт итә. Ә медицина газдары операциялар эшләгәндә, шулай уҡ үпкәне яһалма елләткәндә кәрәк.

«Башҡортостан криоген технологиялары» компанияһы быйыл ғинуарҙа Күмертауҙа теркәлгән, директоры – Сергей Бессолов, ул устав капиталының 60 процентына эйә, 40 процентының хужаһы – Рөстәм Яруллин.

Күптән түгел «Күмертау» ТОСЭР-ында «Русские Протеины Уфа» акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостанда тәүге биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәреү заводын төҙөйәсәге билдәле булғайны. 90,6 мең кв. метрлыҡ яңы предприятиела малсылыҡ, ҡошсолоҡ ҡалдыҡтары эшкәртеләсәк, мал аҙығы оно, мал майҙары етештереләсәк. Был продукция ҡатнаш аҙыҡ заводтары, ҡошсолоҡ фабрикалары, сусҡа фермалары, һабын ҡайнатыу һәм парфюмерия-косметика предприятиелары өсөн тәғәйенләнә.

Инвестпроект 2021-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. 100-ҙән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Читайте нас: