Өфөлә тағы бер ял урыны барлыҡҡа киләсәк. Рихард Зорге урамындағы 44-се йорт эргәһендә сквер һалына.
Төҙөлөш «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә бара. Буласаҡ скверҙа әле ер эштәре башҡарыла, йәйәүле юлдары, тротуарҙар һалынасаҡ, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуйыласаҡ, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ.