+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2021, 15:17

БЫЙЫЛ 11 ЯҢЫ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӨП БӨТӘСӘК

Башҡортостанда быйыл 11 яңы мәктәп төҙөләсәк, тип яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге аккаунтында. Был мәктәптәр бөтәһе 7464 уҡыусыға иҫәпләнә. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Нуриман районы Первомайск ауылындағы яңы мәктәп киләһе уҡыу йылына әҙер ҙә инде. Ошо көндәрҙә Өфө эргәһендә Михайловка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп менән балалар баҡсаһы асыласаҡ. Өфө районында Булгаковта, Зубовта һәм «Миловка паркы»нда яңы мәктәптәр эшләй башлаясаҡ. Тағы Инорста, Нефтекамала, Бишбүләктә, Дыуан районы Тастуба ауылында һәм Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында мәктәптәр төҙөлә, Өфөләге 21-се лицей реконструкциялана.Радий Хәбиров пландар тураһында ла яҙа. Мәҫәлән, быйыл Өфөнөң 115-се гимназияһында реконструкция башлана. Учалыла 1225 урынлыҡ полилингваль мәктәп төҙөлә башлаясаҡ.

Башҡортостанда быйыл 11 яңы мәктәп төҙөләсәк, тип яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге аккаунтында. Был мәктәптәр бөтәһе 7464 уҡыусыға иҫәпләнә.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Нуриман районы Первомайск ауылындағы яңы мәктәп киләһе уҡыу йылына әҙер ҙә инде. Ошо көндәрҙә Өфө эргәһендә Михайловка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп менән балалар баҡсаһы асыласаҡ. Өфө районында Булгаковта, Зубовта һәм «Миловка паркы»нда яңы мәктәптәр эшләй башлаясаҡ. Тағы Инорста, Нефтекамала, Бишбүләктә, Дыуан районы Тастуба ауылында һәм Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында мәктәптәр төҙөлә, Өфөләге 21-се лицей реконструкциялана.
Радий Хәбиров пландар тураһында ла яҙа. Мәҫәлән, быйыл Өфөнөң 115-се гимназияһында реконструкция башлана. Учалыла 1225 урынлыҡ полилингваль мәктәп төҙөлә башлаясаҡ.
Читайте нас: