+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2021, 12:12

АҘЫҠ-ТҮЛЕК ЕТЕШТЕРЕҮСЕ ЯҢЫ ОБЪЕКТТАР ТӨҘӨЛӘСӘК

27 майҙағы «Инвестсәғәт»тә аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә төҙөләһе яңы проекттарҙы ла ҡарағандар. Был объекттар төҙөлөшө йәмғеһе 2,2 миллиард һумға төшмәксе.

27 майҙағы «Инвестсәғәт»тә аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә төҙөләһе яңы проекттарҙы ла ҡарағандар. Был объекттар төҙөлөшө йәмғеһе 2,2 миллиард һумға төшмәксе.

«Добрынинъ» компаниялар төркөмө идарасыһы Ғариф Сурағолов Дәүләкән районында ит ярымфабрикаттары производствоһын киңәйтеү проектын күрһәткән. Дәүләкән ҡалаһында ике завод, әҙер продукция склады, бүлеү үҙәге һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, әле эшләп торған производствоны ла реконструкциялау, ихатаны төҙөкләндереү күҙаллана.

Ғариф Сурағолов әйтеүенсә, билмәнгә, вареникҡа, башҡорт милли ризыҡтарына ҙур һорау яңы завод комплекстарын эш күләме менән тулыһынса тәьмин итәсәк. Әҙер продукцияны фирма магазиндары һәм сауҙа селтәрҙәре аша һатасаҡтар. 330 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектҡа бөтәһе 590 млн һум һалынасаҡ.

Кәңәшләшеү һөҙөмтәһендә проектҡа өҫтөнлөклө тигән статус бирелгән.

Мәләүез һөт консервалау комбинаты генераль директоры Лариса Малахова киптерелгән һөт аҙыҡтары һәм балалар аҙығы компоненттары етештереү цехы төҙөү планы менән таныштырған. Бында юғары майлылыҡлы һөт өҫтөнән май ҙа етештермәкселәр. Рәсәйҙә аналогы булмаған уникаль предприятие тип баһаланған проект. Уға 1,58 миллиард һум инвестиция һалынсаҡ, 60-тан ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Инвестсәғәттә ҡатнашыусылар төҙөлөшкә ярҙам рәүешендә технологик ҡорамалдар хаҡының бер өлөшөн ҡаплау сараһын тәҡдим иткән.

Өфөлә «Сервис-Маркет» компанияһы аҙыҡ-түлек һаҡлау буйынса логистик үҙәк төҙөргә тәҡдим итә. Уның финанс директоры Илдус Ильясов һөйләүенсә, төҙөлөш 105 миллион һумға төшәсәк, унда бик ҙур күләмдә аҙыҡ-түлек ҡабул итеү, сорттарға айырыу һәм һаҡлау тормошҡа ашырыласаҡ. 5 мең квадрат метрлы складты 30-лап кеше хеҙмәтләндерәсәк. Был объектҡа инвестсәғәттә ҡатнашыусылар мөлкәткә һәм килемгә һалым йәһәтенән ташлама биреүҙе раҫлаған.

Һүрәттә: «Добрынинъ» компанияһында билмән цехы эшләй (фото - компания сайтынан).
Читайте нас: