-1 °С
Болотло
Өлкән йәштәгеләрҙе физкультураға, спорт сараларына йәлеп итеү, һаулыҡ өсөн хәрәкәттең файҙаһын пропагандалау сараның маҡсаты булды.
Спорт фестивалендә ҡатнашыусылар дартс, теннис тубы ырғытыу, футбол ҡапҡаһына туп һуғыу, ҡулсаға туп ташлау, гимнастик күнегеүҙәр яһау буйынса ярышты.
Еңеүселәргә миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды. Сарала ҡатнашыусыларҙың кәйефе күтәрелде, күңелле итеп сәй эстеләр. Фестивалде файҙалы итеп үткәреүгә ДЮСШ, «Бәпембә» һәм «Йәйғор» балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре ҙур өлөш индерҙе.