+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2021, 10:34

БАШ ҠАЛА ЮБИЛЕЙЫНА ӘҘЕРЛӘНӘ

2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнәсәк. Мәскәүҙә был датаға эшләнәһе эштәрҙең планы раҫланған. Бик күп объекттарҙы яңыртыу, реконструкциялау, төҙөү ҡарала.

2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнәсәк. Мәскәүҙә был датаға эшләнәһе эштәрҙең планы раҫланған. Бик күп объекттарҙы яңыртыу, реконструкциялау, төҙөү ҡарала.

Планға ингән эштәр милли проекттарға һәм Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында»ғы указына бәйләнгән. 32 объекттың проект-смета документацияһы эшләнгән. Инвесторҙар аҡсаһына төҙөләсәк йә йүнәтеләсәк объекттар исемлеге лә раҫланған.

Мәҙәни объекттарҙан – Рус драма театрында 1,5 миллиард һумға эсен-тышын яңыртасаҡтар; Ҡурсаҡ театрында 780 миллион һумлыҡ капиталь ремонт үткәрергә йыйыналар; Өфө дәүләт циркы бинаһы 2017 йылда ремонтҡа ябылғайны. Унда ла1,5 миллиард һумлыҡ яңыртыу үтәсәк. Был объекттарҙы яңыртыу «Мәҙәниәт» милли проектына ҡағыла.

Һүрәттә: Өфө циркының тамаша залы проекты.

Читайте нас: