+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2021, 11:41

ДИҢГЕҘ КОНТЕЙНЕРҘАРЫ ҠОРО ЕРҘӘ ЛӘ ҮТЕМЛЕ

Башҡортостанда диңгеҙ контейнерҙары заводы төҙөргә йыйыналар. Был мәсьәлә ошо аҙнала республика Хөкүмәтендәге «Инвестсәғәт»тә ҡаралған.

Башҡортостанда диңгеҙ контейнерҙары заводы төҙөргә йыйыналар. Был мәсьәлә ошо аҙнала республика Хөкүмәтендәге «Инвестсәғәт»тә ҡаралған.

Яңы производствоны төҙөүҙе Благовещен мобиль конструкциялар заводы тәҡдим итә.

Инвестпроекттың идарасы партнеры Антон Теплов һөйләүенсә, завод төҙөлөшө 480 млн һумға төшәсәк, Благовещен тиҙлекле социаль-иҡтисади үҫеш территорияһында яңы 116 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Заводтың планлаштырылған ҡеүәте – йылына 3 меңләп контейнер сығарыу. Уларҙы тикшереү өсөн предприятиела һынау стенды ла эшләнәсәк.

Антон Теплов хәбәр итеүенсә, продукцияға Рәсәй һәм сит илдәр заказсылары ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде.

Яңы заводта мобиль ФАП-тар, һөт һәм ит продукцияһын эшкәртеү буйынса технологик комплекстар ҙа етештермәкселәр.

«Инвестсәғәт»тә ҡатнашыусылар проектты ТОСЭР резиденты итергә һәм һалым льготалары бирергә ҡарар итте.

«Медицина темаһы Башҡортостан өсөн бик актуаль. Республика бындай мобиль ФАП-тар алыуға ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, – тигән Радий Хәбиров. – Беҙҙең баҙарҙың күләме бик ҙур, әгәр һеҙ сифатлы, конкуренцияға һәләтле продукт етештерһәгеҙ, ул мотлаҡ һорау табасаҡ».

Әйткәндәй, диңгеҙ контейнерҙары – диңгеҙҙә генә түгел, ҡоро ерҙә лә үтемле һәм кәрәкле әйбер. Уны склад урынына әйбер, тауар һаҡлау урыны итеп файҙаланыу “модаға” ингән. Төҙөлөш, сауҙа ойошмалары ла контейнерҙарға өҫтөнлөк бирә. Контейнерҙарҙы арендаға биреү бизнесы ла үҫә.

Читайте нас: