Лукашенко Краснодар крайына кисә үк килгән. Ике дәүләт башлығы биш сәғәттән ашыу һөйләшкән. Һөйләшеүҙәр бөгөн дә дауам иткән.Улар донъя хәлдәре, Рәсәй менән Белоруссия араһында төрлө тармаҡтағы бәйләнештәр, иҡтисад мәсьәләләре буйынса фекер алышҡан. Ике ил араһында тауар әйләнеше 18,4 процентҡа үҫте, был тенденцияны артабан да дауам итергә кәрәк,тип белдергән Владимир Путин.
Рәсәй президенты июндә БелАЭС-тың беренсе блогы файҙаланыуға тапшырыласағы тураһында ла белдергән.
Ике дәүләт лидеры Ryanair самолеты менән булған хәл тураһында ла һөйләшкән.
23 майҙа Афинанан Вильнюсҡа осҡан самолет мина ҡуйылыуы тураһындаға хәбәр арҡаһында Минск аэропортына төшөргә мәжбүр булған. Самолетта Белоруссияла экстремистик тип табылған Nexta телеграм-каналын асҡан Роман Протасевич та булған. Самолет Минск аэропортына төшөп ултырғас, документтарҙы тикшергән ваҡытта ул ҡулға алынған. Протасевичҡа ҡарата Белоруссияла күп халыҡ ҡатнашлығында тәртипһеҙлектәр ойошторған өсөн һәм башҡа бер нисә статья буйынса енәйәт эше асылған булған. Уға 15 йылға тиклем төрмәлә ултырыу янай.
Был ваҡиға һөҙөмтәһендә Европа илдәре етәкселәре Белоруссия самолеттарына Европа һауа киңлегендә осоуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Белорусия иһә самолетта мина булыуы тураһындағы хәбәрҙең Минск аэропортының электрон почтаһына килеүе, Минскиҙа төшөргә тип экипаж командиры үҙе ҡарар ҡабул итеүе тураһында белдергән.
Быға бәйле, Владимир Путин 2013 йылда Боливия президенты Эво Моралестың самолетын, унда элекке ЦРУ агенты Эдвард Сноуден да оса тип уйлап, Вена аэропортына төшөргә мәжбүр итеүҙәрен һәм ул ваҡиғаның көнбайышта әлегеләй шау-шыу тыуҙырмауын иҫкә төшөргән.