+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2021, 15:29

БОРАЙҘА “ТАРИХИ МӘСЕТ” АСЫЛДЫ

Борай ауылында «Тарихи мәсет» тип йөрөтөлгән мәсетте асыу тантанаһы булды. Тантанаға Башҡортостан мөфтөйө Айнур Бирғәлин, Пенза мөфтөйө Ислам Дашкин, Һарытау өлкәһе мөфтөйө Мөҡәддәс Бибарсов, Татарстандың баш ҡазыйы Жәлил хәҙрәт Фазлыев, Ульяновск өлкәһе мөфтөйө Мөхәммәт Байбиков, Рәсәй мосолмандары Диниә назаратынан мөфтөйҙөң беренсе урынбаҫары Рушан хәҙрәт Аббасов килгән.

«Тарихи мәсет»те асыу тантанаһы Пенза мөфтөйө, хафиз Ислам Дашкиндың Ҡөрьән уҡыуынан башланған. Шунан Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин мәсетте рәсми асыҡ тип иғлан иткән.

Бинаны яңыртыу менән бер рәттән уның эргә-тирәһен төҙөкләндергәндәр. Мәсеттә мәктәп асылған. Икенсе ҡатта класс бүлмәләре һәм балалар бүлмәһе йыһазландырылған.

Мөфтөй Бирғәлин, Борай ахуны Рифәт хәҙрәт Зариповтың мәсетте тергеҙеүгә индергән ҙур өлөшөн баһалап, уға БР Диниә назараты наградалары тапшырған, көнбайыш башҡорттары биҙәктәре һырылған елән бүләк иткән

«Был яҡтарҙа күптән түгел башҡорт ырыуҙары йыйыны булды. Шуның өсөн башҡорт имамының иңенә башҡорт еләне ябыу урынлы булыр», — тигән мөфтөй.

«Тарихи мәсет»те 1914 йылда урындағы сауҙагәр Шәрәфетдин Хәмитов төҙөй башлаған. Революциянан һуң бинаны иген һаҡлағыс, китапхана, клуб һәм кинотеатр итеп файҙаланғандар. 2000-се йылдар башында мәсет бинаһын һүтеп, күңел асыу үҙәге төҙөргә уйлайҙар, тик урындағы халыҡ быға юл ҡуймай. Бинаға тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусы бирелә. 2003 йылда тергеҙелә башлай.

Читайте нас: