+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
31 Мая 2021, 09:58

ЕТЕ ЕГЕТТЕ ҺАЙЛАП АЛЫРҘАР

Башҡортостанда «7 егет» реалити-шоуының 3-сө миҙгеле башлана. Кастинг иғлан ителгән, башҡортса иркен һөйләшкән 20–28 йәштәге ир-ат саҡырыла. Улар араһынан ете кеше һайлап алынасаҡ.

Башҡортостанда «7 егет» реалити-шоуының 3-сө миҙгеле башлана. Кастинг иғлан ителгән, башҡортса иркен һөйләшкән 20–28 йәштәге ир-ат саҡырыла. Улар араһынан ете кеше һайлап алынасаҡ.

Съемкалар 12–25 июлдә Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондарында үтәсәк. Тапшырыу сентябрҙә «БСТ» һәм «Ҡурай-ТВ» каналдарында эфирға сыға.

Белешмәләр өсөн тел./факс: 8 (347) 262-87-00 (д. к. 475); эл. почта: kuraitv@mail.ru, 450015, адрес: Өфө ҡ., Ғафури ур., 9/1.

«7 егет»тең иң шәп ҡатнашыусыһына башҡорт тоҡомло ат бүләк ителәсәк.

Үткән миҙгелдәрҙә Салауат Хафизов (Әбйәлил районы) менән Ғәҙел Дәүләтов (Белорет районы) еңеүсе булғайны.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас