Форумда бөтә йәштәге балалар өсөн төрлө йүнәлештәге эшлекле, белем биреү, күңел асыу саралары ҡаралған. Мәҫәлән, “Балалар киноһы” арт-мөхитендә кинопробалар, режиссура һәм анимация буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә. “Телесфера”ла “ТАМЫР” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының йәш хәбәрселәре эшләй. “Музыка һәм хореография” арт-мөхитендә балаларҙың концерты бара. Иң бәләкәстәрҙе ата-әсәләре менән бергә “Шалтырауыҡтар” арт-мөхите саҡыра.
Йәнә бейергә өйрәнеүселәр өсөн “Заманса хореография лабораторияһы” ойошторолған, “ТЕЛЕШКО”-ның йәш журналистары, блогерҙары һәм тиктоксылары алып барған “Медиабум” арт-мөхите эшләй.
Форумдың эшлекле программаһында пленар ултырыш үтә, унда республиканың социаль үҫешенә бағышланған проекттар ҡарала.
Тышта фонтан эргәһендә лә күңелле. Балалар коллективтары, мимдар, аниматорҙар, аквагримсылар һәм башҡа персонаждар сығыш яһай.