+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 21:17

«ФЕРМЕР МӘКТӘБЕ»Н ТАМАМЛАҒАНДАР ГРАНТ ӨСӨН КӨРӘШКӘ ҠУШЫЛА АЛА

«Фермер мәктәбе»н тамамлаусыларҙың иң яҡшы проекттары «Агростартап» федераль программаһы грантын алыуға конкурсҡа тәҡдим ителә аласаҡ . Россельхозбанктың «Фермер мәктәбе» уҡыу программаһының дәүләт дипломдарын тапшырған саҡта Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов шулай тип белдергән.

Икенсе ағымдың 20 тыңлаусыһы Башҡорт дәүләт аграр университетында «Һыу ҡоштары» һәм «Умартасылыҡ» специальностары буйынса белем алып сыҡҡан. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, «Агростартап» кеүек грант программалары бәләкәй хужалыҡтарға булышлыҡ күрһәтә, уларға йыл һайын федераль һәм республика бюджеттарынан 700 миллион һум самаһы тотонола.
Башҡортостанда «Агростартап» гранттары "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ" милли проектының «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проектынан бүленә.
2021 йылғы конкурсҡа ҡатнашыу өсөн ғаризалар 9 – 25 июндә 450008, Өфө ҡ., Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.

Ҡағиҙәләр һәм шарттар менән ошо сайтта танышырға була: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/353031/.

Был грант яңы эш башлаған агройүнселдәргә тәғәйенләнә. Быйылғы конкурс айырыуса ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүселәр өсөн уңышлы булмаҡсы.

Читайте нас: