Өҫтөнлөклө төҙөлөштәр — Интернациональ урам сатында Ағиҙел аша күпер (8,7 млрд һум), Өфө тимер юл ҡулсаһы. Был проекттар юғары дәрәжәлә әҙерлекле, тигән вице-премьер.
Йәнә ғаризаға Өфөлә Ағиҙел аръяғында һәм Ҡариҙел аръяғында барған күләмле торлаҡ төҙөлөшө өсөн коммуналь селтәрҙәр һалыу индерелгән. Уларҙы инфраструктур облигациялар механизмы аша тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Инфраструктур кредитлау юлы менән федераль бюджет 2023 йыл аҙағына тиклем төбәктәргә 500 млрд һум самаһы бүлергә йыйына, тигәндәр республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтендә. РФ Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтендә кредиттарҙың 3% менән 15 йылға биреләсәге тураһында белдергәйне. Финанслана торған проекттарҙы конкурс нигеҙендә һайлап аласаҡтар.