+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 22:19

ПЕТЕРБУРГ ФОРУМЫНДА БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ҮҪЕШ ПРОЕКТТАРЫ ҠАРАЛАСАҠ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация 2 – 5 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында (ПМЭФ-2021) ҡатнашасаҡ. Форум барышында республика төбәккә инвестициялар килтерергә, яңы эш урындары булдырырға тейешле 20 килешеү төҙөргә йыйына.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация 2 – 5 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында (ПМЭФ-2021) ҡатнашасаҡ. Форум барышында республика төбәккә инвестициялар килтерергә, яңы эш урындары булдырырға тейешле 20 килешеү төҙөргә йыйына.

Мәҫәлән, 3 июндә Рәсәйҙәге иң ҙур концессион килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Ул Өфөнән федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» автомобиль юлына алып сыға торған яңы юл («Көнсығыш сығыу юлы»)» һалыуҙы күҙҙә тота. Килешеү республика етәкселеге, ВТБ банкы һәм ВЭБ.РФ үҫеш корпорацияһы араһында төҙөләсәк.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы менән Башҡортостан сода компанияһы араһында бик ҙур инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйыу планға алынған.

Республика Башлығының халыҡ-ара осрашыуҙары, шул иҫәптән Израиль илсеһе А. Бен Цви, Бахрейн Короллеге сит ил эштәре министры Абдуллатиф бән Рәшид әл Заяни һәм башҡалар менән осрашыуҙары көтөлә.

Сараларҙың күбеһен беҙҙең делегация Башҡортостандың күргәҙмә стендында үткәрәсәк. Стенд иң ҙурҙарҙың береһе булып тора, ул 231 квадрат метр майҙанды биләй һәм Санкт-Петербург (1697 квадрат метр) менән Краснодар крайы (урам павильонының майҙаны 1000 квадрат метр) күргәҙмәләренән генә ҡалыша.

Башҡортостан стендын уникаль аэродизайн ярҙамында башҡорт далалары еҫе аңҡыуынан табып буласаҡ. Стенд ете функциональ объекттан тора. «Республикаға идара итеү үҙәге» стенды экрандар һәм touch-панель ҡулланып футуристик стилдә биҙәлгән.

Авиация кластерын Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, «Геоскан» һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһы компаниялары биләй. Бында К-32 вертолеты, ДТ-30ПМ сынйырлы транспортеры, «Геоскан Gemini» квадрокоптеры, «Геоскан-201» пилотһыҙ самолеты һәм IDS-5 пилотһыҙ авиация комплексы макеттары ҡуйылған.

Туризм зонаһы «Шүлгәнташ» мәмерйәһе кеүек итеп биҙәлгән, тәбиғәт ресурстары картаһы ҡуйылған.

Башҡорт традициялары зонаһы башҡорт солоҡ балын тәҡдим итә. Уның тураһында ете быуын солоҡсолар нәҫеленән умартасы Әнүр Вахитов һөйләй. Стендҡа солоҡ ҡуйылған.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: