+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 17:05

РАДИЙ ХӘБИРОВ АТЛЫ ЮЛ ҠАЗАҺЫ БУЛҒАН АУЫЛҒА БАРҘЫ

Мәсетле районында “Тойота” автомобиленең ҙур тиҙлектә ауыл байрамына китеп барған ат өҫтөнә барып менгәнен күрһәткән яҙма бөтә социаль селтәрҙәргә таралды. Фажиғәне, моғайын, йәмле көндә гармун уйнап, йырлап, милли кейемдәр кейеп, күңелле байрамға юлланған шат кешеләрҙең көтмәгәндә күҙ алдында шундай ҡазаға юлығыуы тағы ла тәрәнәйтеп ебәргәндер.

Мәсетле районында “Тойота” автомобиленең ҙур тиҙлектә ауыл байрамына китеп барған ат өҫтөнә барып менгәнен күрһәткән яҙма бөтә социаль селтәрҙәргә таралды. Фажиғәне, моғайын, гармун уйнап, йырлап, милли кейемдәр кейеп, күңелле байрамға юлланған шат кешеләрҙең көтмәгәндә күҙ алдында шундай ҡазаға юлығыуы тағы ла тәрәнәйтеп ебәргәндер.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та видеояҙманы тыныс ҡарай алмаған: «күңелдә ниндәйҙер сюрреализм менән йәлләү хисе яралды. Ғәжәп бер кәйефле ауыл кешеләре, гармун менән, матур милли кейемдәр кейеп, "Кәкүк сәйе" тигән халыҡ байрамына китеп бара… һәм уларға ҙур тиҙлектә автомобиль килеп бәрелә…», тип яҙа ул ВКонтакте селтәрендәге аккаунтында.

Был аварияла һәләк булыусылар юҡ, әммә кешеләр ныҡ ҡазаланған.

Радий Хәбиров кешеләр менән осрашыр, ҡазаға тарыусыларҙың хәлер белешер өсөн Мәсетле районына юлланған.

Республика етәксеһе имгәнгән кешеләргә дауаланыуҙы ойоштороу, протез алып биреү йәһәтенән ярҙам вәғәҙә иткән. Емерелеп, инде биш йыл эшләмәй торған клуб урынына быйыл уҡ клуб һала башлаясаҡтар, ауылдағы юлды йүнәтәсәктәр, парк булдырасаҡтар.

“Беҙҙең республикала беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташлағаныбыҙ юҡ һәм ташламаясаҡбыҙ”, – тигән Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

Читайте нас: