Ватанды һаҡлау бурысы пограничник профессияһының мәғәнәһен һәм асылын сағылдыра. Тәүлектәр әйләнәһенә, ҡар-ямғыр яуғанда ла, йәйге һәм ҡышҡы селләлә лә, ел-дауыл ҡупҡанда ла ул Тыуған иленең, халҡының именлеге һағында тора.
Сик буйы һағы ветерандары менән бөтә ил ғорурлана. Улар йәш быуынға өлгө булып тора һәм тәжрибәһен тапшыра. Ағиҙел ҡалаһында ла балаларға сик буйы һаҡсыларының әһәмиәте тураһында һөйләнеләр.