АҠШ-та Айгөл инглиз телен өйрәнеү менән бергә ғаиләһендә туған башҡорт телен һаҡларға ла тырыша, ирен дә, балаларын да башҡортса һөйләшергә өйрәткән. Шулай уҡ донъяның кино үҙәге булған Лос-Анджелеста йәшәп, башҡорт киноһына абруйлы кинофестивалдәргә юл ярыу йәһәтенән дә ярҙамлаша. Айгөл океан аръяғында башҡорт һабантуйҙарын үткәреү, башҡорт теленән диктант яҙыуҙы ойоштороу менән дә шөғөлләнә. Машинаһына BASHQORT тигән номер алған, баҡһаң, Калифорнияла автомобилгә етенән артыҡ булмаған билдәнән торған йәнең теләгән уникаль номерҙы алырға мөмкин икән.
Айгөл Америкала йәшәгән башҡорт һәм татар яҡташтары тураһында фильмдар эшләй башлаған. Ул төшөргән материалын Башҡортостандағы режиссер һәм продюсер Рияз Исхаҡовҡа ебәрә, ә ул сюжетты ҡороп, фильм итеп эшләй икән. Яҙмаларын Muhadjeer Muhadjeerfilm (Мөхәжир) тигән ютуб каналына ҡуя.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Фото: Айгөл Ғимранова-Лиондың шәхси архивынан.