+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 15:37

САЛАУАТ ДРАМА ТЕАТРЫ ФЕСТИВАЛДӘ ҠАТНАША

Салауат башҡорт драма театры XVIII бәләкәй ҡалалар театрҙары фестиваленә киткән. Ул 2 июндән 9-ына тиклем Яр Саллы ҡалаһында РФ Мәҙәниәт министрлығы булышлығы менән үтә.

Салауат башҡорт драма театры XVIII бәләкәй ҡалалар театрҙары фестиваленә киткән. Ул 2 июндән 9-ына тиклем Яр Саллы ҡалаһында РФ Мәҙәниәт министрлығы булышлығы менән үтә.

Салауат театры 4 июндә Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Бер, ике, өс» спектаклен күрһәтә.

Жюриға Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Шакуров етәкселек итә. Жюриға шулай уҡ Моссовет исемендәге театр актрисаһы, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Ольга Остроумова, театр тәнҡитселәре фестивалдең арт-директоры Олег Лоевский, Алла Михалёва, Алла Шендерова, Таганка театрының ижади проекттар арт-директоры Елена Груева, Ҡазандан театр тәнҡитсеһе Айһылыу Ҡадирова, РГИСИ-ҙың драма оҫтаханаһы етәксеһе Наталья Скороход, ТЕАТР журналы сайтының шеф-мөхәррире Жанна Зарецкая, Петербург театр журналының баш мөхәррире Марина Дмитревская, «Алтын битлек»тең быйылғы эксперт советы етәксеһе Татьяна Тихоновец инә.

Читайте нас: