+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 22:46

ШҮЛГӘН МӘМЕРЙӘҺЕНӘ ГАЗ БАРА

2023 йылда «Шулгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын газ селтәренә тоташтырасаҡтар. Был турала Республика мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хәбәр итә.

2023 йылда «Шулгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын газ селтәренә тоташтырасаҡтар. Был турала Республика мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, комплекс Шүлгән мәмерйәһе эргәһендәге Морат Туғайы тигән урында мәмерйәгә кеше килтерерҙәй зыянды кәметеү, туристик ағымдарҙы көйләү маҡсатында төҙөлә. Көҙгә экспозиция материалдары әҙер буласаҡ.

«Морат Туғайы» комплексы буйынса проектлау-тикшеренеү эштәре тамамланған, газовиктар төҙөлөш-монтаж эштәренә тотона. Тораҡ-ара газ үткәргес һалыу 2022 йыл аҙағы–2023 йыл башына планлаштырылған. 2023 йылда объекттарҙы газға тоташтырыу башланасаҡ. «Морат Туғайы» туризм комплексынан тыш, Шүлгән мәмерйәһе тирәһендәге Әтек, Ҡотан, Ырғыҙлы һәм башҡа ауылдарға ла газ барып етәсәк.

«Морат Туғайы» туристик комплексына газ үткәреү мәсьәләһе Башҡортостан Хөкүмәтенең даими күҙәтеүе аҫтында тора.

Республика Хөкүмәтенең газ үткәреү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, Башҡортостанда 2025 йылға тиклем бөтәһе 164 тораҡ пунктҡа тораҡ-ара газ үткәргес һалынырға тейеш.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Фото: Республика мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге сайтынан.

Читайте нас: