+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 19:33

ВЛАДИМИР ПУТИН: "ҺАРАН ИКЕ ТАПҠЫР ТҮЛӘЙ"

РФ Президенты Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте ағазалары менән кәңәшмәлә төбәктәр өсөн күсмә медкомплекстар тураһындағы мәсьәләне ҡараған.

РФ Президенты Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте ағазалары менән кәңәшмәлә төбәктәр өсөн күсмә медкомплекстар тураһындағы мәсьәләне ҡараған.

Кәңәшмә барышында Президент 2021 йылда өҫтәмә медицина күсмә комплекстары алыу торошо тураһында һораған.

Вице-премьер Татьяна Голикова докладында ҡайһы бер осраҡтарҙа төбәктәргә тулы йыһазлы медицина комплекстары урынына ковидҡа ҡаршы вакцинация өсөн күсмә пункттар тапшырылыуы тураһында белдергән, был тулы йыһазлы медицина комплексының күпкә ҡиммәт булыуы менән аңлатылған.

Президент Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә, 2022–2024 йылдарҙа өҫтәмә рәүештә 500 мобиль медицина комплексы алынырға тейеш, тиелеүен иҫкә төшөргән. Бынан тыш, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 2019–2020 йылдарҙа төпкөл ауылдарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 1300 комплекс алынырға тейеш булһа, ғәмәлдә 1003 комплекс ҡына ҡуйылған. Владимир Путин: “1300 минус 1003 297 килеп сыға. Улары ҡайҙа?” тигән һорау ҡуйған һәм 2021 йылға пландар күренмәүенә иғтибарҙы йүнәлткән. Баҡһаң, РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы арзаныраҡ торған вакциналау пункттарын етештереп таратыуҙы өҫтөн күргән икән.

Владимир Путин ҡиммәтле булһа ла, тулы йыһазлы ҡорамалды алырға кәрәклеге тураһында белдергән. "Һаран ике тапҡыр түләй" тигән әйтемдәге кеүек булмаһын, тигән ул, төпкөл ауылдарға йөрөй торған күсмә медицина комплекстарын әле булмаһа, һуңыраҡ барыбер алырға тура киләсәгенә баҫым яһап.

Читайте нас: