+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 15:26

БАЛАЛАРЫН ДАУАХАНАҒА ҺАЛҒАН АТА-ӘСӘЛӘРГӘ ҠУНАҠХАНА БИК КӘРӘК

Өфөлә «Роналд Макдоналд йорто» социаль ғаилә ҡунаҡханаһын төҙөргә планлаштырылыуы тураһында Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәйҙәге «Макдоналдс»тың генераль директоры Марк Карена менән ошо хаҡта һөйләшеү үткән.

Өфөлә «Роналд Макдоналд йорто» социаль ғаилә ҡунаҡханаһын төҙөргә планлаштырылыуы тураһында Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәйҙәге «Макдоналдс»тың генераль директоры Марк Карена менән ошо хаҡта һөйләшеү үткән.

Ленара Иванова әйтеүенсә, июнь аҙаҡтарында Марк Карена Башҡортостанға Урал аръяғы инвестицион һабантуйына килергә һәм республика Башлығы менән ҡунаҡхана төҙөлөшө тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға вәғәҙә иткән.

Ҡунаҡхана Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә һалынасаҡ. Балаларын оҙайлы дауаланыуға килтергән ата-әсәләрға бындай ҡунаҡхана бик кәрәк, сөнки улар өсөн ҡайҙа йәшәү мәсьәләһе ҙур проблема булыуы тураһында һөйләй министр «БСТ» каналындағы әңгәмәһендә.

Ҡунаҡхананан тыш, Марк Карена республикала «Макдоналдс» селтәре предприятиелары һанын биш йыл эсендә етәүгә еткерергә итә. Башҡортостанға компания һаласаҡ инвестициялар күләме 650 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк, бөтә проекттары ла тормошҡа ашһа, 600-ләп эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Белешмә:

Макдоналдс компанияһының «Роналд Макдоналд йорто» хәйриә фонды 1984 йылда барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙә ул 1995 йылда эшләй башлаған. 2013 йылда Рәсәйҙәге беренсе түләүһеҙ ««Роналд Макдоналд йорто» ҡунаҡханаһы Ҡазанда Республика балалар клиник дауаханаһы эргәһендә асылған.

Фонд башҡа проекттарҙы ла тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, 2010 йылда Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ярославлдә һәм Ҡазанда физкультура-һауыҡтырыу программаһы эшләй башлаған. Ул үҫеш тайпылыштарына дусар булған балаларҙы һауыҡтырыу менән шөғөлләнә.

Фонд эшмәкәрлегенең тағы бер йүнәлеше – инклюзив майҙансыҡтар асыу. 2014 йылда Сочиҙа илдәге беренсе балалар уйын майҙансығы асылған. Ул ғәрип балаларға ла үҙен һау-сәләмәттәр менән бер тиң хис итергә шарттар тыуҙыра, уйын һәм аралашыу өсөн уникаль мөмкинлектәр аса.

Оҙайлы дауаланыу үткән балаларға шарттарҙы ҡулайыраҡ итеү өсөн Фонд дауаханаларҙа «Ғаилә бүлмәләре» аса. Беренсе шундай бүлмә Мәскәүҙә Онкология институты дауаханаһында асылған. Бындай бүлмәләр Санкт-Петербургта, Воронежда, Түбәнге Новгородта, Һарытауҙа, Һамарҙа һәм Чебоксарҙа ла эшләй.

Фотола: Республика балалар клиник дауаханаһы (дауахана сайтынан).

Читайте нас: