Килешеү «Салауат химия заводы» акционерҙар йәмғиәтенең юғары технологиялы производстволарын, фәнни, техник һәм кадрҙар потенциалын үҫтереүҙе күҙҙә тота.
Завод Рәсәйҙә берҙән-бер гептил етештереүсе предприятие булып тора. Гептил – ракета яғыулығының мөһим компоненты. Ул «Роскосмос» вәкәләттәре даирәһенә ҡарай.
2020 йылдың сентябрендә Радий Хәбиров менән Дмитрий Рогозин заводта булып, предприятиеның үҫеше тураһында кәңәшмә үткәргәйне.
Дәүләт корпорацияһы Башҡортостанда инновация эшмәкәрлеген үҫтереүгә лә өлөш индерәсәк, шулай уҡ импорттың урынын биләүҙә, «Роскосмос» ойошмалары производстволарының һәм Башҡортостан предприятиеларының эшмәкәрлеген бергә бәйләүҙә, төбәктең ыңғай социаль-сәйәси климатын формалаштырыуҙа ҡатнашасаҡ. Башҡортостан үҙ сиратында эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен файҙаланасаҡ, космос эшмәкәрлеген популярлаштырыу, ватан космонавтикаһы абруйын арттырыу һәм мираҫын һаҡлау менән шөғөлләнәсәк.
Дмитрий Рогозин, корпорацияның Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлеген билдәләп, Салауат химия заводында яғыулыҡтың яңы төрҙәрен етештереү, композит материалдарҙың тағы ла инновациялыраҡ производстволарын булдырыу мөмкинлеген телгә алды. «Башҡортостанда фән яҡшы үҫкән, ул беҙҙең практик белгестәребеҙгә эштең иң перспективалы йүнәлештәрен асыҡларға ярҙам итә алыр ине», – тине ул.