+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 19:31

ЭШҺЕҘҘӘРГӘ SUPERJOB ЯРҘАМҒА КИЛЕР

Петербург форумында Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән SuperJob хеҙмәттәшлек итергә килеште. Төп онлайн рекрутинг платформаһы SuperJob махсус Башҡортостан халҡы өсөн «ProРаботу с SuperJob» проектын башлай.

Проект халыҡтың төрлө ҡатламдарына хеҙмәт баҙары тураһында һәм эш эҙләү буйынса мәғлүмәт биреп торасаҡ.

«Бөгөн төбәктәр алдында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡуйған амбициоз бурыс тора – республикала эшле халыҡ һанын пандемияға тиклемге күрһәткескә ҡайтарырға кәрәк. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән «СуперДжоб» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу республикала эшһеҙлекте кәметеүгә килтерәсәк», — тигән ҡул ҡуйыу церемонияһында министр Ленара Иванова.

2021 йыл аҙағына тиклем SuperJob республика халҡы өсөн түләүһеҙ курстар үткәреп торасаҡ. Ул курстарҙа Башҡортостандың бер нисә мең кешеһе белем алыр тип көтөлә. Платформа бизнес менән дә, эш эҙләүселәр менән дә бәйләнештә буласаҡ. Һөнәри йүнәлеш биреүсе эксперттар йәш быуын өсөн айырым ағартыу йүнәлеше асасаҡ, мәктәп уҡыусыларына профессиональ үҫеш стратегияһын һайларға ярҙамлашасаҡ.

Сығанаҡ: "Башинформ".
Читайте нас: