+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 19:52

ЭШҠЫУАРҘАРҒА ЯРҘАМ ИТЕҮ ЮЛДАРЫ ҠАРАЛА

Нуриман районы хакимиәтендә үткән сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә бәләкәй ауылда магазин асыу мәсьәләһе ҡаралды. Эшҡыуар үҙ көсө менән магазин бинаһын төҙөгән. Хәҙер эсен йыһазлайһы, мебель һәм ҡорамалдар алаһы ҡалған.

Хакимиәт башлығы Вилдан Ситдиҡов проектты тормошҡа ашырыуҙы хупланы һәм юлы уңайһыҙ төпкөл тораҡ пункттарҙа сауҙаны үҫтереүгә йүнәлтелгән бынай проекттарға булышлыҡ итергә кәрәклеген белдерҙе.

Эшҡыуарға ҡорамалдар алыу сығымдарын өлөшләтә ҡаплауға конкурста ҡатнашыу өсөн документация әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» хакимиәттә аҙна һайын үтә. Унда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ" милли проекты буйынса ярҙам сараларын ҡулланыу мөмкинлектәре ҡарала.

Унда ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының инвестицион порталында бирергә була.

Сығанаҡ: Нуриман район хакимиәте.
Читайте нас: