Кредит лимитының суммаһы – 11,6 миллиард һум. Килешеү 1,2 км оҙонлоғондағы тоннелде төҙөп бөтөрөүҙе, 2,6 км оҙонлоғондағы күпер менән эстакада һәм М5-кә сыға торған 10 километрлы түләүле юл һалыуҙы күҙҙә тота.
Был проект буйынса республика Хөкүмәте менән Башҡортостан концессия компанияһы араһында концессия килешеүе төҙөлгән. Концессия мөҙҙәте – 25 йыл.
Объект 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.