Сара барышында көн һайын класс сәғәттәре, колледжды тамамлап, уңышлы эшләп йөрөгән хеҙмәт эйәләре менән осрашыуҙар үткәрелә, Салауат мәктәптәрен тамамлағандарға көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә.
Органик булмаған матдәләр производствоһы операторы-аппаратсы профессияһына уҡыған беренсе курстар “Газпром Нефтехим Салауат” ЯСЙ-һы музейына барҙы, унда был ҙур предприятиеның тарихы, бөгөнгө ҡаҙаныштары менән танышты. Икенсе курстар беренсе курс студенттары өсөн «Һөнәрем – ғорурлығым!» тигән мауыҡтырғыс сара әҙерләне.