Рәсәй Президенты Владимир Путин Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында Башҡортостандың инвестицион ылыҡтырғыслыҡ буйынса иң яҡшы ун төбәк араһында ингәнен телгә алған. Был рейтингты Стратегик инициативалар агентлығы 2014 йылдан башлап төҙөй.
Владимир Путин, пандемия арҡаһында тыуған ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, бизнес менән эшләүен дауам иткән, инвестицион климатты яҡшыртыуға, инвестициялар йәлеп итеүгә күп көс һалған субъекттарға рәхмәт белдергән. “Бындай төбәктәр Милли инвестицион климат рейтингының юғары баһаларын лайыҡлы алды, – тигән Президент, – Башҡортостан, Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Ханты-Манси автономиялы өлкәһе иң яҡшы унау иҫәбенә инде. Һамар, Сахалин һәм Силәбе өлкәләре һәйбәт үҫеш күрһәтте”.
Милли инвестицион рейтингта Башҡортостан 2015 йылдан алып ҡатнаша. Ул йылды республика 40-сы урынды алды, 2016 йылда – 20-се, 2017 – 13-сө, 2018 — 23-сө, 2019 – 16-сы, былтыр 9-сы урында булды. Ә быйыл беренсе квартал йомғаҡтары буйынса ул 5-се урынға сыҡты.