+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2021, 17:19

ФОЛЬКЛОРИАДА 22 РАЙОН ҺӘМ ҠАЛАҒА БАРЫП ЕТӘСӘК

Башҡортостанда VI Бөтә донъя Фольклориадаһы асылыуға бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Ул 3 июлдән 10-ына тиклем барасаҡ.

Башҡортостанда VI Бөтә донъя Фольклориадаһы асылыуға бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Ул 3 июлдән 10-ына тиклем барасаҡ.
Донъяның 60 иленән ике меңләп артист төрлө халыҡтарҙың милли музыкаһын, бейеүҙәрен, кәсептәрен, аш-һыуын, кейемдәрен һәм сәхнә сәнғәтен күрһәтәсәк.
Өфөлә 3 июлдә, «Торатау» конгресс-холында, Фольклориада сиктәрендә Биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла. Унда 48 ил оҫталарының, һөнәрселәренең эштәре ҡуйыласаҡ.
Ошо үк көндө «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» тигән фотокүргәҙмә асыла. Ул 9 июлгә тиклем эшләй.
Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар Өфөлә генә түгел, 22 муниципалитетта ла сығыш яһаясаҡ. Улар 4 фестиваль округына берләштерелә.
Бына фольклориаданы ҡабул итәсәк район-ҡалалар исемлеге һәм датаһы:
Үҙәк фольклориада округы:
5 июль – Салауат ҡалаһы;
6 июль – Стәрлетамаҡ һәм Нуриман районы;
7 июль – Октябрьский ҡалаһы;
8 июль – Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондары;
9 июль – Ишембай һәм Благовещен райондары.
Төньяҡ фольклориада округы:
5 июль – Мишкә районы;
6 июль – Ҡариҙел районы;
7 июль – Борай районы;
8 июль – Асҡын районы.
Төньяҡ-көнбайыш фольклориада округы:
5 июль – Дүртөйлө ҡалаһы
6 июль – Яңауыл районы;
7 июль – Тәтешле районы;
8 июль – Нефтекама ҡалаһы;
9 июль – Илеш районы.
Көнсығыш фольклориада округы:
5 июль – Әбйәлил районы;
6 июль – Бөрйән районы;
7 июль – Учалы ҡалаһы;
8 июль – Сибай ҡалаһы;
9 июль – Белорет ҡалаһы.
Концерттарҙан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, ҡатнашыусыларҙың милли кейемле парады буласаҡ. Бөтә концерт программалары open-air форматында үтәсәк. Инеү ирекле, маска режимын һаҡлау мотлаҡ.
Фольклориадаға ҡарата сығарылған ролик.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: