+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 12:23

ГИМНАЗИСТАР «WORLDSKILLS» БЕРЕНСЕЛЕГЕНДӘ ЕҢГӘН

Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡыусылары «Йәш профессионалдар» (WorldSkills) чемпионатының төбәк этабында еңеүсе булды. Конкурс, билдәле булыуынса, «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проекты сиктәрендә үтә.

Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡыусылары «Йәш профессионалдар» (WorldSkills) чемпионатының төбәк этабында еңеүсе булды. Конкурс, билдәле булыуынса, «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проекты сиктәрендә үтә.
Гимназия командаһына Төхвәтуллин Айгиз, Мырҙағәлиева Диана, Мәзитова Елизавета ингән. Улар ике компетенцияла оҫталығын күрһәткән. Диана менән Айгиз – «туризм», Елизавета «ҡунаҡхана эше» компетенцияһында ярышҡан. Балалар, Юниорҙар категорияһында сығыш яһап, 1-се урынды яулаған. 9-сы класс уҡыусыһы Мәзитова Елизавета WorldSkills чемпионатының Түбәнге Новгородта үткән Бөтә Рәсәй этабында призер булған.
Был конкурста ҡатнашыу йәш быуынға ижади һәм шәхси мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу, камиллашыу, төрлө һөнәрҙәрҙә үҫеү өсөн юл аса.
Гимназия уҡыусылары йыл һайын WorldSkills чемпионатында ҡатнаша һәм даими юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Быға инглиз телен тәрән өйрәнеү, икенсе сит тел итеп немец телен өйрәнеү ярҙам итә. Инглиз теле уҡытыусыһы Р. Шәрипова күп йылдар инде чемпионатта ҡатнашҡан командаларҙың кәңәшсе-тәрбиәсеһе булып тора. Уҡытыусының юғары профессионализм кимәле, эшһөйәрлеге, ижади мөмкинлектәре «Йәш профессионалдар» (WorldSkills) чемпионатында еңеүҙәргә өлгәшеү мөмкинлеген бирә.
Сығанаҡ: Салауат ҡалаһы Мәғариф идаралығы.
Читайте нас: