+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 16:47

ҠУНАҠ ҠАРШЫЛАР АЛДЫНАН ЙОРТ-ЕР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһына һәм WorldSkills чемпионатына әҙерләнә. Бик күп кеше киләсәк. Ҙур ҡунаҡ көткәндә һәр хужа йорт-ерен йәмләй, йүнәтә, таҙарта. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә ошо мәсьәлә ҡаралған.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев Фольклориада саралары үтәсәк урындарға барған юлдарҙа 110 объекттың тикшерелеүе тураһында һөйләгән. Уларҙа хеҙмәтләндереү кимәле, клиенттар өсөн шарттар, санитар торош ҡаралған.

Өфөгә ингән урында М5 трассаһында юл буйы сервисы күсмә бинаһы ҡоролоп ята. Был һынау объекты 19 июндә асыласаҡ. «Объектта 10 урынлыҡ 100 квадрат метрлы кафе була, ул милли символика элементтарын файҙаланып биҙәлә», — тигән Алексей Гусев.

Республикала юл буйы инфраструктураһын булдырыу проекты 2020 йылдан эшләй. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, быйылға 100 юл буйы сервисы объектын файҙаланыуға тапшырыу һәм эшләп торған 100 объектты йүнәтеү планлаштырылған. Былтыр 10 яңы кемпинг эшләй башлағаны, әле тағы 55 инвесторҙан тәҡдим алынғаны, улар һалырға йыйынған инвестициялар күләме 5,6 млрд һум булыуы тураһында белдергән Андрей Назаров.

Сығанаҡ: "Башинформ".
Читайте нас: