+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 17:36

АҘЫҠ-ТҮЛЕК ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕНӘ 350 МИЛЛИОН ҺУМ БҮЛЕНӘСӘК

Бөгөн Өфөлә күсмә «Ауыл сәғәте»ндә Башҡортостандың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү программаһы һәм йәрминкәләрҙә ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралған. Республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү индексы үҫеүен билдәләгән. Мәҫәлән, 2020 йылда ул, Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән артып, 104,5 процент тәшкил иткән.

Бөгөн Өфөлә күсмә «Ауыл сәғәте»ндә Башҡортостандың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү программаһы һәм йәрминкәләрҙә ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралған. Республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү индексы үҫеүен билдәләгән. Мәҫәлән, 2020 йылда ул, Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән артып, 104,5 процент тәшкил иткән.

2019 йыл менән сағыштырғанда ит етештереү – 3,1 процентҡа, эс-ҡарын – 58,1 процентҡа, ярымфабрикаттар – 26,9 процентҡа, үҫемлек майы – 7,7 процентҡа, сырҙар етештереү 14,6 процентҡа үҫкән.

Министр әйтеүенсә, агросәнәғәткә булышлыҡ итеү маҡсатында 2026 йылға тиклем Республика аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһы эшләнгән. Бындай программа һәр муниципалитетта ҡабул ителәсәк. Һөҙөмтәлә аҙыҡ етештереү күләме, ике тапҡырға артып, 200 млрд һумға етәсәк.

Республикала аграрийҙар һәм эшкәртеүселәр күп төрлө дәүләт ярҙамы сараларынан файҙалана. Мәҫәлән, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә 3 миллиондан 14 миллион һумға тиклем гранттар бирелә. Алкоголһеҙ эсемлектәр һәм һуттар производствоһы өсөн сеймал, шулай уҡ техника һәм ҡорамалдар алыу сығымдары өлөшләтә ҡаплана.

«Финанслау булһа, дәүләт ярҙамы программаларының һәр ҡайһыһы эшләй. Былтыр еңел сәнәғәт предприятиеларына ярҙам күрһәттек, беҙҙең ярҙам бик ваҡытлы булып сыҡты, – тигән кәңәшмәлә Радий Хәбиров. – Ауыл хужалығы эшкәртеүенә ярҙамға 350 млн һум бүләсәкбеҙ, шуның – 50 млн һумын быйыл, 2022 йылда – 150 млн һумын һәм артабан 2026 йылға тиклем – йыл һайын 30-ар млн. Был сауҙа селтәрҙәрендә продукция күләмен ике тапҡырға арттырырға, ассортиментты яҡшыртырға һәм республика баҙарын үҙебеҙҙең тауарҙар менән байытырға мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта килем үҙебеҙҙең аграрийҙарҙа ҡалһын өсөн Башҡортостандан ситкә сеймал түгел, ә әҙер, төрөлгән продукт сығарасаҡбыҙ», – тигән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Төбәк башлығы быйыл июндә Сибайҙа үтәсәк «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйында аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә булышлыҡ итеү мәсьәләләренә арналған пленар дискуссия үтәсәк, ә 1 сентябрҙән тейешле республика программаһы тормошҡа ашырыла башларға тейеш.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Читайте нас: