Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты менән Санкт-Петербург дәүләт электротехника университеты ла ӨДАТУ менән бергә 25-се урынға ҡуйылған.
Рәсәй вуздарынан тәүге өс урында – М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (донъяла 78-се урын), Санкт-Петербург дәүләт университеты (242), Томск дәүләт университеты (272).
2021 йылғы рейтингҡа 97 илдең 1,3 мең юғары уҡыу йорто ингән. Дөйөм исемлектә беҙҙең университет 701+ позицияһында тора.
Илдәрҙең рейтингҡа индерелгән вуздары һаны буйынса Рәсәй дүртенсе урында, ул АҠШ-тан (177 университет), Бөйөк Британиянан (90) һәм Ҡытайҙан (58) ғына ҡалыша.
Сығанаҡ: “БР Фән һәм белем биреү үҙәге идарасы компанияһы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы.