Өлкән йәштәгеләр тураһында хәстәрлек «Демография» милли проекты сиктәрендә күрелә.
Лилиә Ильина Яңауыл ҡалаһындағы «Альтаир» социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә ете йыл эшләй. Ул ҡаланың ярҙамға мохтаж өлкән йәштәге кешеләре өсөн терәк-таянысҡа әйләнгән. Лилиә ашарға бешерә, өй йыйыштыра, йылы һүҙен йәлләмәй, кәңәштәрен бирә.
COVID-19 пандемияһы ваҡытында социаль хеҙмәткәрҙең мәшәҡәттәре лә тағы ла арта төшкән. Мобиль төркөм составында ул сит илдән ҡайтҡан һәм коронавирус йоҡтороп ауырыған граждандарҙы ҡарашҡан.
«Ошо йылдар эсендә ул беҙгә туған кеүеккә әйләнде, – ти 69 йәшлек Татьяна Васильевна. – Сабырлығы, хәлгә керә белгәне өсөн уға ҙур рәхмәт. Уның өйөндә лә тулы тәртип, ире менән бергә бал ҡорто кеүек гел эш өҫтөндәләр, йорт-ҡаралтыларын ҡарап тоталар, һәйбәт балалар үҫтерәләр».
Лилиә Фәрит ҡыҙы был һөнәр кеүек кешелекле хеҙмәт донъяла юҡтыр тип иҫәпләй.