Яңы ҡорамал «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» төбәк проекты буйынса алынған.
Дауахананың баш табибы Олег Астахов әйтеүенсә, әле ҡорамалды урынлаштырыу өсөн бүлмә әҙерләйҙәр, ремонтлайҙар. Дүрт табип, медицина юғары уҡыу йорттарына барып, "Рентгенэндоваскуляр диагностика һәм дауалау" специальносына уҡып ҡайтҡан.
Олег Астахов билдәләүенсә, ангиограф миокард инфаркты кисергән пациенттарға кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтергә һәм инвалидҡа әйләнеүҙән ҡотҡарырға, хатта ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Быға тиклем ауырыуҙарҙы коронарография өсөн Салауат ҡалаһына, ә унан да алда Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына йөрөткәндәр.